Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын 25 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы
Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы исеменән «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзының 25 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ихлас ҡотлайым!
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт халҡын туплауға һәм берләштереүгә тос өлөш индерә. Туған телде һаҡлау, тарихты өйрәнеү, мәҙәни мираҫты йәш быуынға еткереү эшен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әүҙем алып бара. Бигерәк тә республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән аҙымдар яҡшы һөҙөмтә бирә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙ һәр саҡ милләт һәм ил яҙмышы менән янып йәшәйһегеҙ, көндәлек хеҙмәтегеҙ менән халҡыбыҙҙың рухын күтәрәһегеҙ, үҫеп килеүсе быуынды Ватанға тоғро булырға һәм фиҙакәр хеҙмәт итергә өндәйһегеҙ. Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар, барлыҡ изге теләктәрегеҙҙең тормошҡа
ашыуын теләйем!
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡова.